09:56 (UTC+5), 06 Марта 2018

Республика — Рәсәйҙә сит ил туристары араһында популяр тәүге 15 төбәк иҫәбендә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «ТурСтат» аналитика агентлығы 2017 йылда Рәсәй төбәктәрендә сит ил туристары өсөн ойошторолған сәйәхәт буйынса рейтингты иғлан итте. Уға Мәскәү һәм Санкт-Петербург индерелмәгән, сөнки ике ҡала ла, ғәҙәттәгесә, сит ил туристары һаны буйынса беренсе һәм икенсе урындарҙы биләй. Уҙған йылда Мәскәү — 4,8 миллион, Санкт-Петербург 3,75 миллион сит ил ҡунағын ҡабул иткән.
Төбәктәрҙең йомғаҡлау рейтингында Кубань, Приморье, Ҡырым, Татарстан һәм Мәскәү өлкәһе алдынғы урында килә. Атап әйткәндә, Краснодар крайына — 900 меңдән ашыу, Приморьеға — 640 мең, Ҡырымға 500 меңдән күберәк си ил туристары килгән. Башҡортостан 11-се урынды алды: бер йыл эсендә республикала 100 мең турист булып киткән.
Бынан алда «ТурСтат» агентлығы Рәсәй төбәктәре араһында эске туризм рейтингын төҙөнө. Уға ярашлы, Башҡортостан илдең башҡа төбәктәренән килгән кешеләр һаны буйынса 17-се урында ине. 2017 йылда төбәктә туристар ағымы 15% артып, ике миллион кешегә еткән.
http://www.bashinform.ru/news/1125268-bashkiriya-v-pervoy-15-ke-v-rossii-po-populyarnosti-u-inostrannykh-turistov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика