08:30 (UTC+5), 05 Март 2018

Төбәктә 2018 йылдың ике айында 280 ир-егеттә һәм 196 ҡатын-ҡыҙҙа ВИЧ ауырыуы асыҡланған

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда 2018 йылдың ике айында лаборатор рәүештә 476 кешелә ВИЧ-инфекцияһы асыҡланған, уларҙан 101 кеше – Өфөлә. Ир-егеттәр – 280 (58,8 процент), ҡатын-ҡыҙҙар – 196 (41,1 процент). Тәүгә асыҡланғандар араһында 59 кеше Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы учреждениеларында ултыра.
Төп йоҡтороу юлы – енси, икенсе урында парентераль (инъекция аша), өсөнсөлө – вертикаль (әсәнән сабыйға).
Йыл башынан 100 йөклө ВИЧ-ауырыулы ҡатын теркәлгән, ВИЧ-ыңғай булған 66 ҡатын бәпесләгән.
Башҡортостан буйынса ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 11,7 тәшкил итә. 2017 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ауырыуҙың 2,72 процентҡа артыуы теркәлә (100 мең кешегә 11,3-тән 11,7-гә тиклем).
Өфө буйынса ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 8,97 тәшкил итә. 2017 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ауырыуҙың 6,47 процентҡа кәмеүе теркәлгән (100 мең кешегә 9,59-ҙан 8,97-гә саҡлы).
http://www.bashinform.ru/news/1124464-v-bashkirii-za-dva-mesyatsa-2018-goda-vich-infektsiya-vyyavlena-u-280-muzhchin-i-196-zhenshchin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика