12:10 (UTC+5), 05 Марта 2018

Республика юлдарында хәл: боҙлауыҡ һәм ҡар һырынтылары

БР Транспорт буйынса дәүләт комитеты
БР Транспорт буйынса дәүләт комитеты
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты республикала автомобиль юлдарының хәле буйынса оператив мәғлүмәт ебәрҙе. 5 мартта иртәнге сәғәт 7-ләге мәғлүмәттәр буйынса, иң түбән һауа температураһы – 13,1 градус – Баймаҡ районында теркәлгән, иң юғары – Ғафури районында – -2,6 градус.
Тотош республика буйынса болотло һауа торошо, урыны менән буран һәм ҡар һырынтылары. Дымлылыҡ 85 процент, ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 7 метр. Юлдарҙа күреү мөмкинлеге 300 метрҙан ашыу.
Трассаларҙың ҡайһы бер участкаларында эләктергес коэффиценты түбәнәйгән, боҙлауыҡ күҙәтелә.
Боҙлауыҡ менән хәүефле ҡурҡыныс юл участкалары:
— Өфө-Бөрө-Яңауыл (Благовещен, Борай райондары),
— Кропачево-Мәсәғүт-Әчит (Мәсетле районы),
— Дүртөйлө-Нефтекама (Краснокама районы),
— М-5 «Урал» — Шишмә — Аксёнов — Ҡырғыҙ-Миәкә (Дәүләкән районы),
— Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе (Тәтешле районы),
— Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы (Баҡалы районы)
«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, 4 марттан 5 мартҡа тиклемге осорҙа республикала юлдарҙы таҙартыуға һәм ҡарауға 108 берәмек махсус техника сыҡҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1124732-obstanovka-na-avtodorogakh-bashkirii-gololed-i-snezhnye-zanosy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика