Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2018, 13:15

Өфө егете яратҡан ҡыҙына «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә тәҡдим яһаны

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө егете яратҡан ҡыҙына «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Был ҡыйыу аҙымды ул уҙған көндө, 1 мартта, билдәләнгән Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнаны.
Меңләгән кеше – «Ғаилә — тел һаҡсыһы» конкурс-фестивале гала-концертында ҡатнашыусылар – тулҡынландырғыс мәл шаһиттары булды. Илшат букет тотоп сәхнәгә сыҡты һәм залдан яратҡан ҡыҙын Гөлдәрҙе саҡырҙы. Тамашасылар уны дәррәү алҡышлап ҡаршы алды. Егет башҡорт телендә шиғыр һөйләп, шиғри юлдар менән һөйгәненә уның ҡатыны булырға һәм артабан тормош юлы буйлап бергә барырға тәҡдим итте. Ҡыҙ ризалығын белдерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1123984-ufimets-sdelal-predlozhenie-ruki-i-serdtsa-lyubimoy-devushke-na-stsene-gkz-bashkortostan/
Автор:Ләйлә Аралбаева
Теги:ғаилә
Читайте нас: