14:41 (UTC+5), 28 Февраль 2018

Республикала табиптар өс бала әсәһен үлемдән йолоп ҡалды — ҡатынға донорҙар ярҙамы кәрәк

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Кисә иртән иҫен юғалтҡан 30 йәшлек өс бала әсәһе Башҡортостандың Шишмә район дауаханаһына оҙатылды. «Бәйләнештә»ге «Мин Донор Өфө» төркөмөндә бирелгән мәғлүмәт буйынса, уға операция яһағандар, ләкин ҡатын күп ҡан юғалтҡан. Әле ул реанимацияла ята.
«Башинформ» агентлығына уның әсәһе Мәҙинә һөйләүенсә, ҡыҙы комала булған, хәҙер иҫенә килгән.
«Табиптарға — гинекологтарға, хирургтарға, реаниматологтарға һәм дауаханалағы барлыҡ медицина персоналына бик рәхмәтлемен. Улар ҡыҙымды үлемдән ҡотҡарҙы. Ҙур рәхмәт. Ул иртә срокта балаһын юғалтты. Кейәүем ҡайғыға батты, улар ошо баланы ныҡ көтә ине. Ҡыҙыма ни бары 15 минут йәшәргә ҡалғайны, табиптар уны теге донъянан тартып тигәндәй сығарҙы, — тине ул. — Изге күңелле кешеләр ҡыҙыма ҡан тапшыра башлаған да инде, ярҙамдары өсөн рәхмәт».
Әсә ҡыҙы менән дауаханала. Ҡатындың өс балаһы — 13 йәшлек һәм йәш ярымлыҡ улдары, туғыҙ йәшлек ҡыҙы икенсе өләсәләрендә.
Вайымһыҙ булмағандарҙы паспорт менән Республика ҡан тапшырыу станцияһында көтәләр: Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1 (Миһранова Альбина Ғәзим ҡыҙы өсөн, 07. 10. 1987).
«Альбина өсөн ҡан биреүегеҙҙе мотлаҡ әйтегеҙ», — тиелә хәбәрҙә.
http://www.bashinform.ru/news/1122725-v-bashkirii-vrachi-spasli-ot-gibeli-mat-troikh-detey-zhenshchine-trebuetsya-pomoshch-donorov/?nomobile=1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика