08:31 (UTC+5), 28 Февраля 2018

Рөстәм Хәмитов М-5 трассаһындағы һәләкәткә бәйле кәңәшмә үткәрҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов М-5 трассаһында туғыҙ кеше һәләк булған юл-транспорт фажиғәһенә бәйле оператив кәңәшмә уҙғарҙы.
Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ, ведомство һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмә һәләкәт ҡорбандарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды.
Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә һәләк булғандар һәм зыян күргәндәрҙең ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Төбәк башлығы тораҡ пункттар янындағы федераль трассаларҙа һәм автомобиль юлдарында контроль системаһын булдырыу, шул иҫәптән видеотеркәү сараларын ҡулланып, мәсьәләһен өйрәнергә йөкләмә бирҙе.
Бынан тыш, уның һүҙҙәренсә, автомагистралдәрҙә, ҡалала, муниципалитеттарҙа водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүенә контролде көсәйтергә, автомобиль йөрөтөү мәҙәниәтен булдырырға кәрәк.
Республика етәксеһе фажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары ебәрҙе.
«Республикабыҙ халҡы һәм үҙемдең исемдән 27 февралдә Өфөнән Усть-Ҡатау ҡалаһына китеп барған пассажирҙар микроавтобусы фажиғәһендә һәләк булғандарҙың ғаиләһе, туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ҡот осҡос һәләкәт тураһында хәбәр йөрәктәребеҙҙе өтөп алды. Бик ҡайғырабыҙ, ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», – тиелә телеграммала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә М-5 трассаһында Иглин районының Оло Тәләк ауылы янында ваҡ таш тейәлгән MAN фураһы һәм «Өфө – Усть-Ҡатау» маршруты буйынса пассажирҙар йөрөткән Mercedes-Benz Sprinter микроавтобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Аварияла туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлдө. Улар араһында Башҡортостандан өс кеше бар.
http://www.bashinform.ru/news/1122695-rustem-khamitov-provyel-soveshchanie-v-svyazi-s-avariey-na-trasse-m-5/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика