13:00 (UTC+5), 28 Февраля 2018

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте автоуҙыш һәм юбиляр ҡатын-ҡыҙҙар араһында велоуҙыш ойоштора

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте май айында автоуҙыш һәм велоуҙыш ойошторорға ниәтләй. Ойошманың рәйесе Гөлнур Ҡолһарина кисә ошо хаҡта белдерҙе. Автоуҙыштың маҡсаты — Башҡортостандың иҫтәлекле урындарында туҡталыш яһап, ҡала һәм райондар буйлап йөрөү.
Акцияны уҙғарыу тураһында ҡарар ойошма советында ҡабул ителде. Республиканың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын сарала ҡатнашырға саҡыралар.
«Маҡсаттарыбыҙҙың береһе — билдәле башҡорт ҡатын-ҡыҙы Бәндәбикәне хөрмәтләп иҫкә алыу, киләсәктә ошо урындар халыҡ, шулай уҡ туристар өсөн изге урындарға әүерелһен ине. Беҙ уның исеме тергеҙелеүен һәм йәш быуындың уны онотмауын теләйбеҙ», — ти Гөлнур Ҡолһарина.
Имен булмаған ғаиләләргә, эскелеккә, суицидҡа, кредитҡа бәйле бик күп шылтыратыуҙар килә, тип хәбәр итте спикер. Автоуҙыш барышында халыҡҡа бушлай психологик һәм юридик ярҙам ойоштороу ҡаралған. «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында автоуҙышта ҡатнашыусылар иҫәбенә медиктарҙы — тар белгестәрҙе индереү күҙаллана. Ойошмала танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре байтаҡ, шуға күрә акцияла концерттар, ижади осрашыуҙарға ла урын бар.
«Беҙгә ветеран ойошмаһы вәкилдәре мөрәжәғәт итте. Билдәле шағирә Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева автоуҙыш менән бергә юбиляр ҡатын-ҡыҙҙар араһында велоуҙыш уҙғарырға тәҡдим итте. Уға 70 йәш тула, һәм ул 70 саҡрым юл үтергә әҙер. Юбилярҙарҙың барыһын да ҡушылырға саҡырабыҙ», — тип өҫтәне Гөлнур Ҡолһарина.
http://www.bashinform.ru/news/1122888-obshchestvo-bashkirskikh-zhenshchin-organizuet-avtoprobeg-i-veloprobeg-zhenshchin-yubilyarov/
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика