12:40 (UTC+5), 27 Февраль 2018

Төбәктә киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһына бәйле хәл тотороҡланған

Depositphotos.com
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда әлеге ваҡытта киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырыуҙың түбәнәйеүе, ауырығандарҙың аҡрынлап кәмеүе күҙәтелә. Ошо хаҡта республика буйынса «Роспотребнадзор» етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина һөйләне.
Төбәк биләмәһендә 5 февралдән киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыуҙың эпидемик күтәрелеүе теркәлә. Башта ауырыуҙың киң таралыуы һәм эпидемик сиктән 20 процентҡа күтәрелеүе күҙәтелде. Атап әйткәндә, 5-11 февралдә Өфөлә 8359 кеше киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыған, уларҙан 64 проценты – 14 йәшкәсә балалар. 12-18 февралдә ауырып киткәндәр һаны 17 процентҡа артҡан һәм 9783 кеше тәшкил иткән. 19-25 февралдә Өфөлә 7645 кеше сирләгән, ауырығандар һаны 21 процентҡа кәмегән, ә ауырыу күрһәткесе эпидемик сиктән түбән тәгәрәгән һәм хәҙер хәлдең бер аҙ яйға һалыныуы күҙәтелә, тип билдәләне Галина Пермина.
Быйыл ауырыған балалар һаны күп булмағанға күрә мәктәптәрҙә белем биреү процесын туҡтатып тороу талап ителмәне. Эпидемияның түбәнәйеүен белгестәр байтаҡ халыҡтың профилактик прививка яһатыуы менән аңлата. Өфөлә генә вакцина һалдырғандар иҫәбе дөйөм һандан 44,8 процент тәшкил итә.
Эпидемик сик Стәрлетамаҡта, Салауатта, Ишембайҙа, Октябрьскийҙа, Туймазыла, Баҡалы районында үткән. Эпидемик процестың түбән кимәлдәге әүҙемлеге, аҙ ауырығандар һаны һәм ауырыуҙың еңел үтеүе быйылғы эпидемик миҙгелдең үҙенсәлеге булып тора. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фараз иткәнсә, быйыл республикала А һәм В төркөм вирустары теркәлгән.
«Март айында эпидемик сикте уҙыу көтөлмәй, шулай ҙа ҡайһы берҙә ауырыу аҡрын барғанда икенсе тапҡыр күтәрелеүе лә ихтимал», — тип өҫтәне республика буйынса «Роспотребнадзор» етәксеһе урынбаҫары.
Эпидемияның төшөүенә ҡарамаҫтан, белгестәр иҫкәртеү саралары хаҡында онотмаҫҡа һәм вирус йоҡтороуҙан бөтә һаҡлыҡ сараларын үтәргә: витаминдар эсергә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, шәхси гигиенаны ҡайғыртырға, өшөмәҫкә саҡыра.
http://www.bashinform.ru/news/1121997-v-bashkirii-situatsiya-s-grippom-i-orvi-stabilizirovalas-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика