14:48 (UTC+5), 27 Февраля 2018

Республикала 2017 йылдың ноябрендә өйөнән сығып киткән ике бала әсәһе ҡайтырға йыйынмай

социаль селтәрҙәр
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда тормош иптәше һәм полиция 32 йәшлек ике бала әсәһе Светлана Мульдрякованы күптән эҙләй. Ләкин ул өйөнә ҡайтырға йыйынмай. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡатындың ире Анатолий хәбәр итте.
«Әле ул Бәләбәйҙәге әхирәтендә, аныҡ адресын белмәйем. Светлана кисә һәм унан алдағы көндә өй телефонына шылтыратты. Ҡәйнәм беҙҙең менән бергә йәшәй. Светлана әсәһенә ҡайтмайым тип әйткән. Был ваҡытта мин эштә инем», — тине Анатолий.
Ир айырылышыуға ғариза биргән. Улар 12 йыл законлы никахта йәшәй. Светлана менән Анатолийҙың ун йәшлек улы һәм һигеҙ йәшлек ҡыҙы үҫеп килә. Ҡатын балаларын уҙған йылдың ноябрь айынан алып күрмәгән.
«Балаларға килгәндә, уларҙы кемгә ҡалдырыуҙы суд хәл итер. Улым менән ҡыҙым үҙҙәрен һәйбәт тоя», — тип өҫтәне Анатолий.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Светлана иренә һуңғы тапҡыр 15 ноябрҙә шылтыратҡан. Бишбүләк районының Ҡушйылға ауылында йәшәгән ҡатын ҡыҙын Бөрөләге коррекция мәктәп-интернатында ҡалдырған. Бөрөнән ул Өфөгә киткән, унан Бәләбәйгә барырға, һуңынан өйөнә ҡайтырға тейеш булған, ләкин юғалған.
http://www.bashinform.ru/news/1122151-v-bashkirii-razyskivaemaya-s-noyabrya-2017-goda-mat-dvoikh-detey-vozvrashchatsya-domoy-ne-sobiraetsya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика