ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Рәсәйҙәге «Медиалогия» бойондороҡһоҙ тикшеренеү компанияһы төҙөгән бәхет рейтингында Башҡортостан һигеҙенсе урынды биләй. Тикшеренеү йылына бер нисә тапҡыр уҙғарыла, компания хеҙмәткәрҙәре Рәсәй төбәктәрендә социаль медиала «бәхет» контексы ни тиклем йыш телгә алынғанын анализлай.
Башҡортостанда 2018 йылдың ғинуарында телгә алыу йышлығы 2,1 процент тәшкил иткән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ярты йыл элек, 2017 йылдың июнь айында, республикабыҙ 1,72 процент күрһәткес менән рейтингта 13-сө баҫҡыста торған. Шул рәүешле бәхет индексы төбәктә биш баҫҡысҡа күтәрелгән.
Башҡортостандан тыш тәүге ун «иң бәхетле» төбәктәргә Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡырым, Краснодар һәм Красноярск крайҙары, Мәскәү, Новосибирск, Свердловск өлкәләре һәм Татарстан ингән.
Һуңғы ваҡытта тотош Рәсәй ҙә бәхетлерәк булды. Атап әйткәндә, World Happiness Report докладына ярашлы, Рәсәй, бер йылда урынын ете баҫҡысҡа яҡшыртып, бәхет кимәле буйынса 49-сы урынды биләй. Япония, Көньяҡ Корея, Төркиә, Ҡытай һәм башҡа күп кенә илдәр артта ҡалған.
«Бәхеткә тәьҫир иткән биш шарт бар: 1) ғаилә мөнәсәбәттәре; 2) финанс хәле; 3) эш; 4) йәмғиәт һәм дуҫтар; 5) һаулыҡ. Социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса төп биш фактор ошо. Кешенең тормоштан, уның нимә эшләүенән ҡәнәғәтләндереү тыуҙырған биш төп шарт, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында сығыш яһап. — Беренсе урында, әлбиттә, ғаилә мөнәсәбәттәре. Ғөмүмән алғанда, улар кеше өсөн бөтә өлкәләрҙә лә, бөтөн мәғәнәлә лә иң мөһиме булып тора».
Башҡортостанда ғаилә именлеге мәсьәләһенә айырым иғтибар бүленә. 2018 йыл республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Республикала балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн бер төркөм саралар комплексы ғәмәлгә ашырыла, яҡын ваҡытта был ярҙам киңәйәсәк әле. Мәҫәлән, алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан башлығы төбәк әсәлек капиталын индерергә тәҡдим итте. Уның өсөн предприятиелар аҡсаһы файҙаланыласаҡ. Шул уҡ схема буйынса Рәсәйҙә бер нисә төбәк эшләй, Рөстәм Хәмитов уларҙың тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты.