08:52 (UTC+5), 27 Февраль 2018

Өфөлә студенттар һәм уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн кадрҙар форумы уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 1 мартта Өфөлә IV вуз-ара кадрҙар форумы үткәрелә, унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән эш биреүселәр ҡатнаша. Ойоштороусылар – Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының ректорҙар советы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы. Сара Хөкүмәт, Мәғариф, Сәнәғәт министрлыҡтары, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Өфөләге Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамында уҙғарыла.
Форум программаһында студенттар һәм уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн йәрминкә ҡаралған. Йәштәргә нефть-газ сәнәғәте, машиналар эшләү, химия сәнәғәте, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеүсе сәнәғәт, еңел һәм туҡыу сәнәғәте, агросәнәғәт комплексы предприятиелары, экология, төҙөлөш, страховкалау, аудит һәм банк хеҙмәттәре, туристик һәм ресторан бизнесы, көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһе, сауҙа, сервис, телекоммуникация системалары, тирә-яҡ мөхит һәм интерьер дизайны, белем биреү хеҙмәттәре кеүек өлкәләрҙәге вакансиялар тураһында мәғлүмәт биреү күҙаллана.
Шулай уҡ йәш белгестәр кадрҙар агентлыҡтары һәм предприятиеларҙағы кадрҙар хеҙмәте етәкселәре ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә һәм викторинала ҡатнаша ала.
Ҡасан: 1 мартта, иртәнге сәғәт 10-дан 1-гә тиклем
Ҡайҙа: Өфө, Менделеев урамы, 158, ВДНХ-Экспо
http://www.bashinform.ru/news/1121928-v-ufe-proydet-kadrovyy-forum-dlya-studentov-i-vypusknikov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика