15:15 (UTC+5), 27 Февраля 2018

«Башҡортостандың электрон киң мәғлүмәт саралары» дәреслегендә республиканың төп медиахолдингтары хаҡында мәғлүмәттәр тупланған

ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Башҡортостандың электрон киң мәғлүмәт саралары» дәреслеге баҫылып сыҡты. Уҡыу пособиеһы республикалағы электрон киң мәғлүмәт сараларының хәҙерге торошон һәм үҫеш йүнәлештәрен тикшереүгә арналған. Авторы — Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева.
Автор «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы булған «Башҡортостан» ДТРК-һы медиахолдингтарын ойоштороуҙың һәм уларҙың эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен тикшерә. Телерадиоканалдарҙың структураһы, тапшырыуҙар биләмәһе, эфирға сығыу даимилығы, аудитория күләме, тематик йүнәлеше, маҡсатлы билдәләре һәм үҙенсәлектәренә ентекләберәк туҡтала. Айырым бүлек «Башинформ» агентлығын ойоштороу тарихына бағышланған.
Пособиела редакциялары республика биләмәһендә урынлашҡан муниципаль һәм дәүләткә ҡарамаған электрон киң мәғлүмәт саралары тураһында ла мәғлүмәттәр бар.
Ул студенттар, юғары уҡыу йорттарының журналистика бүлектәре һәм факультеты уҡытыусылары, журналистар, киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш иткән белгестәргә тәғәйенләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1121975-svedeniya-o-vedushchikh-mediakholdingakh-respubliki-voshli-v-uchebnik-elektronnye-smi-bashkortostana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика