06:15 (UTC+5), 27 Февраля 2018

Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренең кимәлен «Заманса һаулыҡ һаҡлауҙа яңы кадрҙар» проекты ярҙамында күтәрәләр

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 2025 йылға Башҡортостанда бөтә медицина персоналдары ла аккредитация үтәсәк һәм үҙ белеме кимәлен күтәрәсәк. Ошо хаҡта республика Хөкүмәтендә доклад менән сығыш яһағанда төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров хәбәр итте. Быны «Заманса һаулыҡ һаҡлауҙа яңы кадрҙар» федераль өҫтөнлөклө проектына ярашлы тормошҡа ашырырға мөмкин.
«Табиптарҙың аккредитацияһы сертификация урынына килә. Биш йылға бер тапҡыр һәр белгес үҙ квалификацияһын раҫларға, практик эшмәрлек алып барыуға рөхсәт – аккредитация хаҡында таныҡлыҡ алырға тейеш», — тип аңлаттылар республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Министр һүҙҙәренсә,аккредитация барышында табиптың һөнәри мөмкинлектәре баһалана, төрлө осраҡтарҙа уның белеме тикшерелә. Бында клиник осраҡта ниндәй ҡарар итеүгә һәм практик белемде ҡулланыуға иғтибар бүленә.
Тәүгеләрҙән булып «Фармация» һәм «Стоматология» һөнәрҙәре буйынса медицина белемле сығарылыш уҡыусылары аккредитация үтте. 2017 йылдан «Дауалау эше», «Педиатрия» һәм «Медицина-профилактика эше» һөнәре белгестәре аккредитация алды.
2018 йылдан был процесҡа – урта белем биреү йорттарын һәм профессиональ медицина училищеларын тамамлаусылар, 2019 йылдан – «ординатура», «бакалавриат», «магистратура» кимәлендәге тамамлаусылар һәм профессиональ әҙерлек үткән табиптар ҡушыла.
http://www.bashinform.ru/news/1121901-v-bashkirii-uroven-medikov-povyshayut-s-pomoshchyu-proekta-novye-kadry-sovremennogo-zdravookhraneniya/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика