08:00 (UTC+5), 26 Февраля 2018

Рөстәм Хәмитов предприятиеларҙа бала ҡарау буйынса төркөмдәр ойошторорға тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы күбеһенсә әсәләр эшләгән ойошмаларҙа һәм предприятиеларҙа бала ҡарау буйынса корпоратив төркөмдәр ойошторорға тәҡдим итте. Был фекерҙе ул республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында белдерҙе.
- Күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар эшләгән ойошмаларҙа бала ҡарау буйынса корпоратив төркөмдәр асыу мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был әсәләргә эш менән бала тәрбиәләүҙе бер юлы алып барырға мөмкинлек бирә. Уңышлы тәжрибә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм Республика кардиология диспансерында бар.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан Профсоюздар федерацияһына һәм республиканың Эш биреүселәр союзына был тәжрибәне өйрәнергә һәм профилле министрлыҡтар, ведомстволар менән берлектә ошондай эште ойошторорға йөкләмә бирҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1121206-rustem-khamitov-predlozhil-organizovat-na-predpriyatiyakh-gruppy-po-ukhodu-za-detmi/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика