09:44 (UTC+5), 26 Февраль 2018

Өфөләге «Ватан» паркы Рәсәйҙең тәүге 10 этнопаркы иҫәбенә инде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. «ТурСтат» аналитика агентлығы версияһына ярашлы, Өфөләге «Ватан» паркы Рәсәйҙең иң яҡшы 10 этнопаркы иҫәбенә инде. Асыҡ һауалағы этнопарктар һәм этнографик музей комплекстары рейтингы туристар өсөн тәҡдимдәрҙән һәм уларҙың популярлығынан сығып төҙөлгән.
Рейтингта тәүге урынды Краснодар крайы Тамань станицаһындағы «Атамань» биләй. 2017 йылда унда 2 миллиондан ашыу турист булып киткән. Икенсе урында Калуга өлкәһендә урынлашҡан «Этномир» парк-музейы килә, былтыр унда 800 меңдән ашыу кеше булған. «Бронза» — Коми Республикаһындағы фин-уғыр этнопаркында, бында 20,5 мең кеше килгән. Рейтингта «Ватан» туғыҙынсы баҫҡыста тора. Шулай уҡ тәүге 10 этнопарк исемлегенә «Околица» (Томск өлкәһе), «Кочевник» этнопаркы (Мәскәү өлкәһе), «Тыгыдым» этноауылы (Ярославль өлкәһе), «Золотая Орда» этнопаркы (Иркутск өлкәһе), «Моя Россия» этнопаркы (Красная Поляна, Сочи) һәм «Малые Корелы» (Архангельск өлкәһе) инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватан» этнопаркы Өфөлә 2015 йылда Конгресс-холл янындағы майҙанда ойошторолдо. Паркта ете тирмә урынлашҡан, уларҙың һәр береһендә Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте һәм көнкүреше менән танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1121404-ufimskiy-park-vatan-voshel-v-top-10-etnoparkov-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика