Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
-1.12
91.73
-0.96
62.06
+0.15
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2018, 14:42

Ял көндәрендә баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Шәмбе, 24 февралдә, өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр. Саралар ҡаланың өс майҙансығында:
— Солтанов урамындағы 2-се йорт эргәһендәге трамвай ҡулсаһы майҙанында (Ленин районы);
— Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында (Ленин урамы);
— С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Беренсе Май урамы, 14 (Орджоникидзе районы).
Бында ит һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһын һатып алырға мөмкин. Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1120584-v-vykhodnye-v-ufe-proydut-selskokhozyaystvennye-yarmarki/
Читайте нас: