13:33 (UTC+5), 21 Февраль 2018

Республика халҡы 2017 йылда электрон дәүләт хеҙмәттәре менән йышыраҡ файҙалана башлаған

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 2018 йылға Башҡортостан халыҡтың 60 процентҡа яҡынын электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыуға йәлеп итеү маҡсатын ҡуйғайны. Республиканың мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Росстат үткәргән анализ йомғаҡтарына ярашлы, 2017 йылдың аҙағына күрһәткес 78% тәшкил иткән.
«Был төбәккә дөйөм Рәсәй рейтингында — алтынсы һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында ҡалырға мөмкинлек бирҙе», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылда Башҡортостанда халыҡтың 61,2 проценты электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланған. Ул саҡта республика Волга буйы федераль округында — өсөнсө һәм илдә ун беренсе урында ине.
Шуны билдәләп үтәйек: үрҙә әйтелгән бурыс Рәсәй Федерацияһы Президентының «Дәүләт идара итеү системаһын камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре тураһында» указына ярашлы башҡарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1119950-zhiteli-bashkirii-v-2017-godu-stali-chashche-polzovatsya-elektronnymi-gosuslugami/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика