05:00 (UTC+5), 21 Февраль 2018

Рөстәм Хәмитов төбәк әсәлек капиталын индерергә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республикала күп балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы – төбәк әсәлек капиталы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында белдерҙе.
Төбәк әсәлек капиталын формалаштырыу өсөн предприятиелар аҡсаһы файҙаланылыр тип күҙаллана.
- Республикала ойошмалар, предприятиелар, шәхси кешеләр ҡатнашлығында төбәк һәм муниципаль әсәлек (ғаилә) капиталын индереү мөмкинлеген дә ҡарарға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ни өсөн бай, уңышлы предприятиелар булышлыҡ итеү, ғаилә сәйәсәте мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтмәй? Предприятиела эшләгән кешеләргә ҡарата шундай рәхимһеҙлек һәм битарафлыҡ ҡайҙан килә. «Һалым, эш хаҡы түләйбеҙ – башты ҡатырмағыҙ». Был алым дөрөҫ түгел. Был бөтөнләй яңылыш фекерләү. Предприятиелар үҙ коллективтарына ярҙам итеү менән ҡыҙыҡһынырға тейеш.
Республика Башлығы Санкт-Петербургта, Тамбов, Тула өлкәләрендә ошондай схема буйынса сәнәғәт предприятиелары менән эшләгәндәрен хәбәр итте һәм уларҙың тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты.
- Беҙ матди яҡтан да ярҙам күрһәтербеҙ, ярҙамды арттырыу йәһәтенән дә эште дауам итербеҙ. Быйылдан ил Президенты указына ярашлы балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам ҡаралған. Был маҡсатҡа республикабыҙ өсөн федераль ҡаҙнанан байтаҡ ресурстар бүленә, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әсәлек капиталы программаһы оҙайтылды. Беҙгә йәш ярымдан өс йәшкәсә бала ҡарау буйынса пособие мәсьәләһен тикшерергә, финанс мөмкинлектәребеҙҙе өйрәнергә кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1119969-rustem-khamitov-predlozhil-vnedrit-regionalnyy-materinskiy-kapital/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика