07:00 (UTC+5), 21 Февраля 2018

2019 йылда республикала халыҡ-ара форумда хеҙмәт өлкәһенең киләсәге тикшереләсәк

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылда республикала хеҙмәт өлкәһенең киләсәгенә арналған ҙур халыҡ-ара форум үтә. Был турала төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
- Бөгөн донъя ғәйәт тиҙ үҙгәрә. Етештереү процестары, технологиялар, материалдар ғына түгел, хеҙмәт структураһы, уны ойоштороу, хеҙмәт мөнәсәбәттәре лә яңыра, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Роботлаштырылған етештереү урындары, дәүләттәр бюджетын уҙып киткән капиталлаштырылған ғәйәт ҙур заманса компаниялар үҫеп сыға. Көн һайын яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә.
Мәшғүллек өлкәһендә был яңы күренештәр һәм саҡырыуҙар республиканың һәм Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының 100 йыллығына арналған «Хеҙмәт өлкәһенең киләсәге» форумында фекер алышыу темаһы буласаҡ. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы башланғысы буйынса форум Өфөлә 2019 йылдың февралендә үтә.
- Бер йылдан Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы менән ҙур осрашыу уҙғарырбыҙ, көнүҙәк, үтә көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерербеҙ, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар, конференциялар күҙаллана. Бик ҡыҙыҡлы, күмәк сара булыуы көтөлә. Күптәрегеҙ был эштә ҡатнашыр тип ышанам. Һеҙҙең өсөн ул файҙаһыҙ үтмәйәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1120142-v-2019-godu-v-respublike-na-mezhdunarodnom-forume-obsudyat-budushchee-sfery-truda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика