11:04 (UTC+5), 21 Февраля 2018

2017 йылда мөмкинлектәре сикле 2 меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2017 йылда Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикле 2 меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында ошо хаҡта белдерҙе.
– Былтыр Башҡортостан һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандарҙы эшкә урынлаштырыуҙың һөҙөмтәле методикаларын билдәләү буйынса пилот төбәге булды. Ике меңдән ашыу инвалид эш тапты, был 2016 йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Предприятиеларҙа инвалидтар өсөн квоталар 80 процентҡа тултырыла.
Был эшмәкәрлекте муниципалитет хакимиәттәре, мәшғүллек хеҙмәттәре, белем биреү ойошмалары, инвалидтарҙың йәмәғәт берләшмәләре һәм эш биреүселәр менән артабан да дауам итергә кәрәк, тип билдәләне республика башлығы.
– Был эштән ҡасырға ярамай. Ярҙамға мохтаждарға ярҙам итеү зарур. Инвалидтар – үҙенсәлекле кешеләр, һәм, һис шикһеҙ, улар менән бик әҙәпле, иғтибарлы булырға, уларҙың теләктәрен үтәргә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн рәхимһеҙлек, вайымһыҙлыҡ кеүек йәмһеҙ күренештәр күҙәтелә. Һис шикһеҙ, бындай хәлдәргә күнергә йыйынмайбыҙ. Ошо йәһәттән мөхит мәрхәмәтле, мәҙәниәтле булһын ине.
http://www.bashinform.ru/news/1120123-v-2017-godu-trudoustroeno-bolee-2-tysyach-lyudey-s-ogranichennymi-vozmozhnostyami-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика