Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2018, 16:09

«Ҡыҙыу элемтә»: төбәк халҡы прокуратураға дарыуҙар менән тәьмин итеүгә зарлана ала

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 28 февралдә көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 6-ға тиклем Башҡортостан прокуратураһында халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу элемтә» ойошторола. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, телефон аша ялыуҙар ҡалдырырға, консультация алырға, шулай уҡ дауалау-профилактика учреждениеларының дарыуға рецепт яҙыуҙан баш тартыуы, бындай рецептарҙы дауаханаларҙа ҡабул итмәү, уларҙы хеҙмәтләндереү ваҡытын боҙоу хаҡында белдерергә мөмкин.
(347) 272-61-72 номеры буйынса шылтыратыуҙарҙы халыҡтың азатлығын һәм хоҡуғын үтәүҙе күҙәтеү бүлегенең өлкән прокуроры Рәзиф Вәлишин ҡабул итә.
http://www.bashinform.ru/news/1119695-goryachaya-liniya-zhiteli-bashkirii-smogut-pozhalovatsya-v-prokuraturu-na-problemy-s-lekarstvennym-o/
Читайте нас: