07:00 (UTC+5), 20 Февраля 2018

Төбәктә Тоталь диктантҡа әҙерлек өсөн рус теленән бушлай курстар башлана

Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостан ҡалаларында Тоталь диктантҡа әҙерлек башланды. Өфөлә 21 февралдә башланасаҡ бушлай курстарҙа орфографияны һәм пунктуацияны яҡшыртырға мөмкин. Дәрестәр һәр шаршамбы: 21 һәм 28 февралдә, 6, 14, 21 һәм 28 мартта, 4 һәм 11 апрелдә уҙғарыла.
Уҙғарыу урыны: Башҡорт дәүләт медицина университетының ғилми китапханаһы, Пушкин урамы 96/98, 7-се корпус, 1-се ҡат. «Актерҙар йорто» туҡталышы. Башлана киске 7-се яртыла.
Стәрлетамаҡта «Йома һайын рус теле» курстары уҙған аҙнала башланды. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, лекциялар һәр йома 10-сы һәм 33-сө мәктәптәрҙә, 4-се гимназияла һәм 3-сө лицейҙа үтә. Дәрестәр киске 7-се яртыла башлана.
«Тоталь диктант» — ул мәғариф акцияһы: бер нисә йыл дауамында яҙ һайын меңәрлән теләүсе рус теленән диктант яҙырға йыйыла. 2017 йылда акция 71 илдә үтте, унда 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 2018 йылда Тоталь диктант 14 апрелдә үтә. Уның өсөн тексты Рәсәй яҙыусыһы, «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы Гүзәл Яхина яҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1119407-v-bashkirii-nachinayutsya-besplatnye-kursy-russkogo-yazyka-dlya-podgotovki-k-totalnomu-diktantu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика