11:10 (UTC+5), 20 Февраль 2018

Республикала табипҡа яҙылыу өсөн телефон һандары үҙгәрҙе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм бушлай номер үҙгәрҙе. Ошо хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. 20 февралдән төбәк биләмәһендә 09-383 урынына 13-01 һандарын йыйырға кәрәк.
«Теләһе ҡайһы операторҙағы мобиль телефондан, шулай уҡ «Башинформсвязь» абонентының стационар телефонынан 13-01 һандарына шылтыратыу бушлай. Медицина ойошмаһына тура шылтыратыу өсөн Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бәйләнеш-үҙәгенең өс һанлы кодын йыйыу мөмкинлеге һаҡлана», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, табипҡа элеккесә поликлиника регистратураһында, doctor.bashkortostan.ru йәки gosuslugi.ru порталдары аша яҙылырға мөмкин. Был хеҙмәттәр республикала 2014 йылдан эшләй һәм терапевҡа, педиатрға, стоматологҡа, гинекологҡа һәм дерматовенерологҡа яҙылырға мөмкинлек бирә.
http://www.bashinform.ru/news/1119323-v-bashkirii-izmenilsya-edinyy-nomer-zapisi-na-priem-k-vrachu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика