05:27 (UTC+5), 19 Февраля 2018

Рөстәм Хәмитов «Морат» тау саңғыһы комплексын артабан үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Белорет районына эш сәфәре барышында «Морат» тау саңғыһы үҙәгендәге трассаларҙы һынап ҡараны, туристар өсөн булдырылған шарттар менән танышты һәм комплексты артабан үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда илдең тау саңғыһы өлкәһендәге төп эксперттары ҡатнашты.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, «Морат» урынлашҡан урынының уңайлылығы һәм трассаларҙың төрлөлөгө менән айырылып тора. Даими туристар ағымы өсөн шарттар тыуҙырыу йәһәтенән бында байтаҡ эштәр башҡарылған.
Атап әйткәндә, төньяҡ һәм көньяҡ тау битләүҙәрендә, булғандарын киңәйтеп, яңы трассалар һалынған. Спорт һәм административ-көнкүреш корпусы, хужалыҡ блогы төҙөлгән. Канат юлдары, яһалма ҡар яһау, барлыҡ трассаларҙы контролдә тотоу, хәбәр итеү (радиотрансляциялар) системалары ҡуйылған. Иҫке күтәргес йүнәтелгән. Тышҡы инженер селтәрҙәрен төҙөү, биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған. Парковка майҙансыҡтары йыһазландырылған. Тейешле ҡорамал һәм инвентарь һатып алыыған.
Шуның менән бергә әүәлгесә инфраструктура – отель, ресторан, кафе, шулай уҡ күтәргестәр етешмәй. Бынан тыш, өҫтәмә тау битләүҙәрен йыһазландырырға мөмкин.
2020 йылға инфраструктура йәһәтенән етешһеҙлектәр төҙәтелергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. Бында яҡшы тау саңғыһы курорты булдырылырға һәм комплексты үҫтереүҙең беренсе этабы тамамланырға тейеш.
– «Морат» – Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ярыштарын үткәреү өсөн яратҡан урыныбыҙ. Өлкәндәр ҙә бында ял итеүҙән баш тартмай, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был яҡтағы төньяҡ битләү текә генә, һәйбәт урынлашҡан һәм һыу һаҡлағысҡа сыға. Тау аҫтында балалар лагеры бар, уны ла үҫтерергә кәрәк. Бының икенсе этап булыуы мөмкин.
Республика башлығы ял итеүселәр өсөн тейешле инфраструктура булдырыуҙы иҫәпкә алып, тау саңғыһы комплексын һәм уның эргә-тирәһен артабан үҫтереүҙең комплекслы планын әҙерләргә ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1118722-rustem-khamitov-provel-soveshchanie-po-dalneyshemu-razvitiyu-gornolyzhnogo-kompleksa-mratkino/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика