08:34 (UTC+5), 19 Февраль 2018

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Өфөлә яңы бассейн төҙөлә

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Калинин районы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Өфөләге Инорс биҫтәһендә яңы бассейн төҙөлөшө дауам итә. Спорт объекты Төхвәт Йәнәби урамы һәм Баландин бульвары киҫелешендә һалына. Калинин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, төҙөлөш планға ярашлы бара: ер эштәре тамамланған да инде, сиратта – нигеҙ ҡороу.
Бассейнда һәр береһе 25-әр метрлыҡ дүрт юл, заманса һыу таҙартыу системалары, кейенеү, душ бүлмәләре, медицина кабинеты бар. Ул сменаһына 50-гә яҡын кешене ҡабул итә алыр тип күҙаллана.
Был бассейн – республиканың 100 йыллығы уңайынан һалынған 106 юбилей объекттарының береһе. Ошо исемлеккә ярашлы, Ермолаевка (Көйәргәҙе районы), Федоровка (Федоровка районы), Аҡъяр (Хәйбулла районы) ауылдарында ла яңы бассейндар асылырға тейеш. Шулай уҡ Әлшәй, Ауырғазы, Йәрмәкәй райондары үҙәктәрендә һәм Туймазы районының Ҡандра ауылында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын төҙөйҙәр. Өфөлә республиканың юбилейына «Нефтсе» бассейнын төҙөкләндереү ҡаралған.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 яңы объект» күләмле проекты сиктәрендә төбәктә бөтәһе 19 яңы физик культура объекттарын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1118857-k-100-letiyu-respubliki-v-ufe-postroyat-novyy-basseyn/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика