08:10 (UTC+5), 19 Февраля 2018

Башҡорт йырсыһы Әлфиә Ниғмәтуллина Яҡут Республикаһында «Биир Кун» этно-поп йыр конкурсы лауреаты булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Яҡут Республикаһында «Биир Кун» I төбәк-ара этно-поп йыр телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан вәкиле Әлфиә Ниғмәтуллинаны конкурстың абруйлы икенсе премияһы менән бүләкләнеләр. Ул 200 мең һум тәшкил итә.
Жюриҙа күренекле башҡорт композиторы Нур Дауытов эшләне. Жюри дистанцион рәүештә тауыш бирҙе, урындар яҙмалар буйынса билдәләнде. Татарстандан Айҙар Сөләймән гран-при яуланы. Тыва вәкиле Сайдаш Монгуш – беренсе, Бүрәт Республикаһынан Дулма Сунрапова өсөнсө урын алды. Конкурста 11 төбәк йырсылары ҡатнашты. Артистарҙың конкурс сығыштары 15 ғинуарҙан 11 февралгәсә бөтә ил һәм ҡатнашыусы төбәк телевидениеларында эфирға сыҡты.
Әлфиә Ниғмәтуллина өс йәштән сәхнәлә йырлай. 2014 йылда «Zaman» этно төркөмө солисы булды. Коллектив «Turkvision» телевизион конкурсында 25 ил араһында өсөнсө урын алғайны. Әлфиә – Рәсәйҙә һәм Европала бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Хәҙер үҙенең «Nigma» музыкаль этно-проект солисы һәм етәксеһе, башҡорт һәм татар телдәрендә үҙенсәлекле аранжировкала автор һәм халыҡ йырҙарын башҡара, билдәле башҡорт композиторҙары һәм шағирҙары менән хеҙмәттәшлек итә.
http://www.bashinform.ru/news/1118947-bashkirskaya-pevitsa-alfiya-nigmatullina-stala-laureatom-konkursa-etno-pop-pesni-biir-kun-v-yakutii/
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика