04:30 (UTC+5), 19 Февраль 2018

25 йәшлек Өфө ҡыҙы «Рәсәй гүзәле — 2018» конкурсында еңеү яуланы

rabochy-put.ru
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 25 йәшлек Өфө ҡыҙы Альбина Вәлиуллина «Рәсәй гүзәле — 2018» конкурсында 26 ҡатнашыусыны уҙып, Рәсәйҙә телевизион реалити-шоу форматындағы беренсе матурлыҡ конкурсында еңеүсе тажын кейҙе.
Ҡыҙ әйтеүенсә, модель бизнесы менән ул 17 йәштән шөғөлләнә. Әммә тәүгә еңеүсе булды.
«Подиумда тулҡынланманым, әммә һөҙөмтәләрҙе иғлан иткәс, аптырашта ҡалдым. Беренсе булыуыма шатмын. Модель булырға теләгән ҡыҙҙарға шуны әйтәм: һәр саҡ үҙегеҙгә ышанығыҙ һәм барыһы ла килеп сығыр!» — тине Альбина Вәлиуллина.
Грозный ҡалаһы вәкиле Залина Барахоева – икенсе, Краснодарҙан бәйгесе өсөнсө урын алды. Һамарҙан Екатерина Курдюкова «Тамашасы һөйөүе һылыуы» исеменә лайыҡ булды.
Билдәләп үтергә кәрәк, конкурсты ойоштороусылар «Рәсәй гүзәле — 2018» бәйгеһе жюрийына махсус ҡунаҡ итеп телевидение алып барыусыһын Ольга Бузованы саҡырған.
http://www.bashinform.ru/news/1118762-25-letnyaya-ufimka-pobedila-v-konkurse-russkaya-krasa-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика