09:45 (UTC+5), 16 Февраль 2018

Төбәктә иң яҡшы ғаилә йылъяҙмалары авторҙары бүләкләнде

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 15 февралдә Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһында республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы коллегияһы барышында «Ырыу-нәҫелем йылъяҙмаһы — халҡым тарихында» конкурсы еңеүселәренең тикшеренеү эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо.
Ижади бәйге лауреаттарының иң яҡшы эштәре менән таныштырыу сараһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте һәм Хөкүмәт Аппараты, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, шулай уҡ ойоштороу комитеты һәм экспертттар комиссияһы ағзалары ҡатнашты.
Йәштәр араһында тикшеренеү эштәре конкурсы лауреаттарын һәм дипломанттарын бүләкләү тантанаһы ысын мәғәнәһендә ғаиләләр — төбәктә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре байрамына әүерелде. Конкурсты ойоштороусылар һәм бағыусылар дүрт номинацияла еңеү яулағандарға — дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр, уларҙың етәкселәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. 18 йәш тарихсы-архивсы ла дәртләндереү бүләктәренә һәм дипломдарға лайыҡ булды. Гран-приҙы Башҡортостанстаттың Дүртөйлө ҡалаһындағы дәүләт статистикаһы бүлегенең әйҙәүсе иҡтисадсыһы Резеда Шәрәфетдинова алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Милли архивынан.
http://www.bashinform.ru/news/1118096-v-bashkirii-chestvovali-avtorov-luchshikh-letopisey-semey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика