02:00 (UTC+5), 16 Февраля 2018

Республика халҡын «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» фотоконкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» фотоконкурсы башланыуы хаҡында иғлан итә. Конкурс йыл һайын республиканың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең береһендә уҙғарыла. 2018 йылда был маҡсатта «Башҡортостан» милли паркы һайланған. Конкурста ҡатнашыусыларҙы фототурҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре көтә, 100 иң яҡшы эш тәбиғи паркка тапшырыласаҡ.
Конкурс ете номинацияла уҙғарыла: «Ватан панорамаһы», «Йәнле тәбиғәттә ғаилә», «Хайуандар ҡылана», «Тәбиғәт һәм кеше», «Баллы Башҡортостан», «Кадрҙа үҫемлектәр», «Башҡортостан» милли паркы». Бәйгелә бөтә теләүселәр – балалар, өлкәндәр, профессиональ фото төшөрөүселәр һәм һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша ала.
Конкурс 2018 йылдың 15 февраленән 15 октябренә ҡәҙәр дауам итә. Унда ҡатнашыусыларға Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе сайтындағы махсус бүлектә үҙаллы фото урынлаштырырға кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1117267-zhiteley-respubliki-priglashayut-k-uchastiyu-v-fotokonkurse-zhivaya-priroda-bashkortostana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика