05:30 (UTC+5), 16 Февраль 2018

Рөстәм Хәмитов: «Муниципалитеттар үҫешенең яңы стратегияһын үҫтерергә ниәтләйбеҙ»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Моноҡалалар: киләсәкте проектлайбыҙ» сессияһында сығыш яһаны, унда төбәктең моноҡалалары нигеҙендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу тәжрибәһе хаҡында һөйләне.
- Мин, тәү сиратта, был ғәйәт ҙур эште алып сыҡҡан, илебеҙең бихисап биләмәләрен аяҡҡа баҫтырған һәм уларҙы бөтә йүнәлештәр буйынса алға этәргән командаға рәхмәтлемен, – тине Рөстәм Хәмитов. – Иң мөһиме, ошо моноҡалаларҙа йәшәгән миллионлаған кеше, аҙ ғына булһа ла, бәхетле булды. Уларға мөмкинлектәр асылды, улар донъяға икенселәй ҡарай, үҙ үҫешен күрә башланы.
Моноҡалалар менән эштең төп асылын республика бөтә муниципалитеттарҙа ла таратырға тырыша, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Федераль проектҡа өҫтәмә рәүештә моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса республика программаһы ҡабул ителде. Яҡын ваҡытта Биләмәләрҙе үҫтереү үҙәге ойоштороласаҡ. Ул моноҡалалар менән эшләү схемаһына ярашлы ғәмәлгә ашырыласаҡ.
- Был проектҡа төрлө сәбәптәр буйынса инмәгән ҡалалар оҡшаш программа буйынса үҫешһен өсөн эшләйбеҙ. Йәғни был тәжрибәне бөтә муниципалитеттарыбыҙға ла күсерәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Федераль кимәлдә әҙерләнгән моноҡалаларға булышлыҡ итеү моделенә таянып, муниципалитеттар үҫешенең яңы стратегияһын үҫтерергә ниәтләйбеҙ.
Шулай уҡ сессияла Күмертау ҡалаһы башлығы Борис Беляев һәм Күмертауҙың Үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы Олег Астахов моноҡалаларҙа медицина учреждениеларын яңыртыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, улар Үҙәк ҡала дауаханаһы ҡарамағындағы поликлиникала «Асыҡ регистратура» проектын ғәмәлгә ашырыу хаҡында һөйләне. Әлеге ваҡытта был тәжрибә ҡаланың башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында һәм сиктәш райондарҙа ҡабатлана.
http://www.bashinform.ru/news/1117952-rustem-khamitov-my-budem-razvivat-novuyu-strategiyu-razvitiya-munitsipalitetov/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика