04:54 (UTC+5), 16 Февраля 2018

Быйыл республикала 13 балалар баҡсаһын һалыу күҙаллана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда 2017 йылда мәктәпкәсә учреждениеларҙа 3,7 меңдән ашыу урын файҙаланыуға тапшырылған. Был 2016 йылға ҡарағанда 900 урынға күберәк. Яҡынса 110 ҡыҫҡа көн төркөмө асылған, ете балалар баҡсаһы төҙөлгән. Былтыр республикала 237 мең самаһы бала мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөгән.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн учреждениелар төҙөү быйыл да дауам итә. 1834 урынлыҡ тағы 13 объект, шул иҫәптән ике айҙан өс йәшкәсә балалар өсөн — 365 һәм альтернатив формалар иҫәбенә 2200 урын асыу ҡаралған, тип хәбәр итте йомғаҡлау коллегияһы барышында Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.
Әүҙем төҙөлөш бик урынлы, сөнки төбәктә балалар һаны йылдан-йыл арта. Яңы балалар баҡсаларын төҙөү өс йәштән ете йәшкәсә балаларға мәктәпкәсә белем алырға мөмкинлек бирә.
Республикала балаларҙы мәктәпкәсә белем биреүгә йәлеп итеү 69,2% тәшкил иткән, был Рәсәй буйынса күрһәткестән 12% тиерлек һәм Волга буйы федераль округы буйынса 3% юғарыраҡ (Рәсәйҙә — 57,4%, Волга буйы федераль округында — 66,1%).
http://www.bashinform.ru/news/1117715-v-bashkirii-v-2018-godu-postroyat-13-detskikh-sadov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика