11:08 (UTC+5), 16 Февраля 2018

30 йыл элек Ҡаҙағстанда ғәйеп булған Мәһәҙей Заһретдинов тыуған яғына ҡайтты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 30 йыл элек Ҡаҙағстанда ғәйеп булған 57 йәшлек Мәһәҙей Заһретдинов тыуған төйәгенә — Башҡортостандың Әбйәлил районына ҡайтты. Туғандары уны күптән юғалтҡан. Улар уны эҙләп тә ҡарай, үҙәк каналдарға ла мөрәжәғәт итә, ләкин был бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Ошо йылдар эсендә Мәһәҙейҙең ата-әсәһе, апаһы гүр эйәһе булған.
Яңыраҡ Сабур Заһретдиновҡа социаль селтәрҙә Кустанай өлкәһенең Арҡалыҡ ҡалаһы эргәһендәге ауылдан хәбәр килеп төшә. Ир Мәһәҙей Заһретдиновтың туғандарын эҙләүе тураһында яҙа. Сабур юғалған ҡустыһын шундай уҡ таный. Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Рәмзиә Кәримова, Ҡаҙағстанда йәшәүселәр менән бәйләнешкә сығып, яҡташы тураһында сюжет әҙерләне.
Мәһәҙей Заһретдинов 1961 йылда Күсем ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә донъяға килгән. Туғандары әйтеүенсә, бик көслө, сабып барған атты ла туҡтатып менерлек егет булып үҫә. 27 йәшендә Ҡаҙағстанға эш эҙләп сығып китә. Асыҡланыуынса, тәүҙә барыһы ла яҡшы була. Ләкин һуңынан хужаһы ирҙең документтарын тартып ала һәм күп йылдар буйына ҡоллоҡта тота. Хужа кеше вафат булғас, уның ҡатыны Мәһәҙейгә совет заманындағы паспортты ҡулына тоттора. Олоғайған, һаулығы ҡаҡшаған кеше бер кемгә лә кәрәкмәй һәм уны, туғандарын табып, тыуған төйәгенә ҡайтарырға хәл итәләр.
Рәмзиә Кәримова хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә туғандары, Ҡаҙағстанға барып, Мәһәҙейҙе өйҙәренә алып ҡайтҡан. Әле ул Әбйәлил районында, уға яңы документтар тултыралар. Ир ятып сирләй, ауыр һөйләшә, ләкин документтарһыҙ дауаханаға һалыу мөмкин түгел.
http://www.bashinform.ru/news/1118288-v-bashkiriyu-cherez-30-let-vernulsya-propavshiy-v-kazakhstane-magadey-zagretdinov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика