09:05 (UTC+5), 15 Февраль 2018

«Яҡтыкүл» тау саңғыһы курорты — 23 февралдә ял итеү өсөн популяр урындар иҫәбендә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Tvil.ru торлаҡҡа бронь һалыу сервисы февраль байрамдарында Рәсәйҙә ял итеү урындары рейтингын төҙөгән. Тәүге өсәү иҫәбендә Башҡортостандың «Яҡтыкүл» тау саңғыһы курорты ла бар.
Тәүге урынды, ғәҙәттәгесә, «Красная поляна» менән Сочи ҡалаһы биләй. Икенсе урынға тикшереүселәр Кемеров өлкәһендәге «Шерегеш» туристик үҙәген ҡуйған.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: белгестәр 22 февралдән 28-нә тиклем ҡунаҡхана номерҙарына һәм шәхси коттедждарға бронь һалыуҙы иҫәпкә алған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 февралдә Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. 2018 йылда был байрам йомаға тура килә, шуға күрә рәсәйҙәр өс көн рәттән ял итә, 22 февралдә иһә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
http://www.bashinform.ru/news/1117260-gornolyzhnyy-kurort-v-bashkirii-bannoe-v-tope-populyarnykh-mest-dlya-otdykha-na-23-fevralya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика