02:00 (UTC+5), 15 Февраля 2018

Технопарктар яңы фекерләү булдыра – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында 2017 йылдың сентябрендә ойошторолған технопаркта булды. Ул – юғары технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса балалар инженерия ижады үҙәге.
Бында роботехника һәм электроника лабораториялары, прототип участкаһы, рободром эшләй, шулай уҡ пилотһыҙ аппараттар менән эшләү өсөн өр яңы заманса майҙансыҡ бар.
Технопарк етәксеһе Вера Анохина һүҙҙәренсә, мәктәп уҡыусыларын инженерия ижадына йәлеп итеү уның төп бурысы булып тора. Бында шөғөлләнеп, балалар үҙенең һәләтен аса һәм буласаҡ һөнәрҙе һайлау юлына тәүге аҙымдар яһай.
Әлеге ваҡытта технопаркка мәктәпкәсә йәштән башлап 200-ләгән бала йөрөй. Юғары квалификациялы уҡытыусылар етәкселегендә улар заманса технологияларҙы өйрәнә, төрлө инженерия эштәре менән таныша.
- Был бик мөһим, сөнки яңы идеология, яңы фекерләү булдыра, – тине Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1116873-tekhnoparki-formiruyut-novoe-myshlenie-rustem-khamitov/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика