10:19 (UTC+5), 15 Февраля 2018

Рәсәйҙә Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән яугирҙәрҙе иҫкә алдылар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөгөн, 15 февралдә, Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнә. Иҫтәлекле дата 2011 йылда «Рәсәйҙең иҫтәлекле даталары һәм хәрби дан көндәре тураһында» Федераль закон менән нығытылған.
Дата 1989 йылда совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған. 1979-1989 йылдарҙа ошо илдәге хәрби хәрәкәттәрҙә 15 мең самаһы совет һалдаты башын һалды. 2011 йылға тиклем 15 февраль яугир-интернационалистар көнө булараҡ билдәләнде, ләкин рәсми статусы юҡ ине, тип хәбәр итә ТАСС.
Яңы дата Рәсәйҙең сит илдәрҙәге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡанда Тыуған илгә тоғролоҡ һәм фиҙакәрлек күрһәткән барлыҡ граждандарын иҫкә алыу көнө булараҡ булдырылған.
Байрам алдынан Башҡортостан Республикаһының Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмаларының координация советы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Наил Ғиззәтуллин хәрби хәрәкәт ветерандарына мөрәжәғәт итте. Яуҙаштарына ҡотлау хатында ул илдән ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, хәрби антҡа тоғро ҡалған ватандаштарының барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
«Бөгөн беҙ һәләк булған иптәштәребеҙҙе һәм хеҙмәттәштәребеҙҙе иҫкә алабыҙ. Яугир-интернационалистар — Африка, Яҡын Көнсығыш, Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы 30-ҙан ашыу «ҡыҙыу нөктәлә» үҙҙәрен күрһәткән геройҙар. Һеҙ һуғыш михнәтен татыуҙан тыш, аяҡҡа баҫып, тыныс тормошта уңышҡа өлгәшә алдығыҙ. Һеҙҙең ауырлыҡтарҙы йырып сыға, иптәштәрегеҙгә ярҙам итә белеүегеҙ буласаҡ ил һаҡсыларына өлгө булып тора», — тиелә ҡотлауҙа.
Иҫтәлекле датаны Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында ла билдәләнеләр. Бында хеҙмәткәрҙәр һәм курсанттар Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандар менән осрашты. Сара совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 29 йыл тулыуға арналды.
Курсанттар һәм тыңлаусылар Совет Армияһы һалдатының формаһы, ҡорал макеты, наградалар, афған һуғышы осорондағы тәңкәләр ҡуйылған күргәҙмә менән танышты.
Сара Афғанстанда хәрби һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды.
Яугир-интернационалистар Альберт Шаһиморатов, Дарис Әүхәҙиев, Рәүил Мусин, Альберт Ғиззәтуллин совет һалдаттарының ғәҙәти көндәре, улар алдына ҡуйылған бурыстар хаҡында һөйләне, курсанттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Ветерандар курсанттарға һәм тыңлаусыларға Тыуған илдең ысын патриоты булыуҙарын, Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәре һөнәрен алыуҙа уңыштар теләне.
«Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатов яугир-интернационалистарға «Хәрби туғанлыҡҡа 20 йыл» иҫтәлекле юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
Осрашыу «Афған» документаль фильмын күрһәтеү менән тамамланды.
http://www.bashinform.ru/news/1117385-v-rossii-otmechayut-den-pamyati-o-voinakh-ispolnyavshikh-sluzhebnyy-dolg-za-predelami-otechestva/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика