11:35 (UTC+5), 15 Февраля 2018

Әлмөхәмәт ауылындағы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты 700-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерергә тейеш

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөлгән яңы медицина учреждениеһы 700-ҙән ашыу кешене, шул иҫәптән 100-гә яҡын баланы хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән.
Ошондай фельдшер-акушерлыҡ пункты — ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс, сөнки ул бөтә заманса талаптарға яуап бирә, тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, квалификациялы медицина кадрҙары менән тәьмин ителгән. Был иһә ауыл халҡына беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын күтәреү, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә.
Хәҙер Әлмөхәмәт ауылы халҡы уңайлы һәм санитар нормаларға тап килгән шарттарҙа медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн фельдшер һәм акушерка, процедура, прививка яһау кабинеттары, көтөп ултырыу, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр асылған, һалҡын, эҫе һыу бар.
Һуңғы йылдарҙа республикала сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән профилактика медицинаһының мөһимлеге арта, шуға күрә ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыуға һәм уларҙы заманса талаптарға ярашлы йыһазландырыуға ҙур иғтибар бүленә.
http://www.bashinform.ru/news/1117628-bolee-700-chelovek-budet-obsluzhivat-novyy-feldshersko-akusherskiy-punkt-v-sele-almukhametovo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика