11:00 (UTC+5), 15 Февраль 2018

«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы — 2018» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Шаршамбы, 14 февралдә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының төп сәхнәһенә күтәрелгән уҡытыусылар – иң яҡшылары. «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы — 2018» ҡала конкурсында ҡатнашыр алдынан һәр уҡытыусы педагогик оҫталыҡ бәйгеһенең район конкурсынан үтте һәм унда еңеп сыҡты.
21-се тапҡыр уҙған баш ҡала конкурсы «эссе», «методик семинар», «дәрес биреү», «оҫталыҡ дәресе», «белем биреү проекты», «түңәрәк өҫтәл» кеүек бер нисә турҙан торҙо.
Бөтә конкурс һынауҙарының йомғаҡтары буйынса төрлө номинацияларҙа лауреаттар һәм еңеүселәр иғлан ителде.
39-сы гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Эмма Сәфиуллина Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыһы тип танылды. «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы — 2018» төп конкурсы еңеүсеһенән тыш, абсолют еңеүсе аталды. Был исемгә 51-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Исакова лайыҡ булды. 5-се лицейҙан Нурзилә Нәҙерғолова – иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 98-се лицейҙан Ирина Сәмиғуллина – иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. «Педагогик дебют» номинацияһында 141-се урта белем биреү мәктәбенең информатика уҡытыусыһы – Марат Юламанав, «Педагогик өмөт» номинацияһында 100-сө урта белем биреү мәктәбенән Зөлфиә Йылҡыбаева (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында) еңде.
http://www.bashinform.ru/news/1117205-v-ufe-obyavili-pobediteley-konkursa-uchitel-goda-stolitsy-bashkortostana-2018/
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика