07:30 (UTC+5), 14 Февраля 2018

Өфөлә Рәсәйҙә тәүгә табиптарға операция яһарға робот ярҙам иткән

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Робот-хирург Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының ике тәжрибәле табибына янбаш төбөнә операция яһарға ассистентлыҡ иткән. Республиканың медицина университеты ректоры Валентин Павлов һәм клиниканың онкология бүлексәһе мөдире Марат Урманцев робот менән бергә балаятҡы муйынтығында дүртенсе стадиялағы яман шеш сире асыҡланған йәш пациентҡа операция яһаған. Ҡыҙ химия һәм нур терапияһын үткән, әммә хәле яҡшырмаған.
«Робот хирургияһын ҡулланып, табиптарҙың һәм хирургия роботының етди һәм көйләнгән эшенә күрә ҡаты ауырыу менән яфаланған пациенттарҙы дауалау һәм уларҙың сифатлы йәшәүен дауам итеүе мөмкин», — тип һөйләнеләр Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында.
Дауахана da Vinci исемле махсус техниканы 2018 йылдың ғинуарында һатып алды. Уны башҡа медицина өлкәләрендә: йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһында, пульмонологияла, гастрохирургияла, нейрохирургияла, онкологияла, шул иҫәптән ағза системаларын алып ташлау талап ителгән иң ҡаты осраҡтарҙа ла ҡулланырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1116557-v-ufe-vpervye-v-rossii-vracham-pomogal-provodit-operatsiyu-robot-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика