07:51 (UTC+5), 14 Февраля 2018

Башҡортостанда йәшәүселәр Ғашиҡтар көнөндә һөйгәндәренә нимә бүләк итергә әҙер?

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Бөгөн, 14 февралдә, Изге Валентин йәғни Ғашиҡтар көнө билдәләнә. Берәүҙәр уны байрам тип иҫәпләй — бер-береһенә «валентинкалар» бирә, романтик осрашыуҙар ойоштора. Икенселәр, киреһенсә, быны хупламай һәм Хэллоуин байрамына ҡараған кеүек ҡарай. «Башинформ» агентлығы уҡыусыларыбыҙҙың үҙҙәренең икенсе яртыһына нимә бүләк итеүе һәм Изге Валентин көнөнә мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһынды.
Асыҡланыуынса, 164 кеше (40,9%) был «байрамды» билдәләмәй. 99 респондент (24,7%) был көндә үҙҙәренең һөйөүен бүләк итә. Һорау алыуҙа ҡатнашҡан 78 кешенең һөйгәне юҡ. 21 кеше (5,2%) — «валентинка», 11-е (2,7%) — хушбуй һәм туғыҙы (2,2%) кәнфит бүләк итергә әҙер.
Кисә «Бәйләнештә» төркөмөндә урынлаштырылған аноним һорау алыуҙа 401 кеше ҡатнашҡан (иртәнге сәғәт 12-се 7 минутҡа).
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 14 февралдә республикала 100-ҙән ашыу туй була, уларҙың яртыһынан ашыуы — Өфөлә. Байрамдың тарихы тураһында өс легенда менән бында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика