15:30 (UTC+5), 13 Февраля 2018

Республикала күсмә стоматология комплексы 100-ҙән ашыу пациентты бушлай ҡабул иткән

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда яңы күсмә стоматология комплексы тәүге күсмә ҡабул итеүҙе тамамланы. Биш көндә Республика стоматология поликлиникаһы бригадаһы Стәрлетамаҡ районының Беренсе май ауылында йәшәүсе 100-ҙән ашыу кешене ҡараған.
Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 65 бала ҡаралған, уларҙа 59 кариес, берешәр пульпит һәм периодонтит осрағы асыҡланған. Шулай уҡ 40 өлкән кеше ҡаралған: 49 кариес, алты пультпит осрағы теркәлгән. Ҡарауҙан һәм дауалауҙан тыш, белгестәр тештәрҙең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу буйынса һорауҙарға кәңәштәр биргән.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, стоматология комплексының күсмә эше ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр өсөн стоматология ярҙамын күрһәтеү мөмкинлеген һәм сифатын күтереүгә булышлыҡ итә. Бында медицина ярҙамы Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса Дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә йәғни бушлай күрһәтелә.
Мобиль комплекста белгестәр эше һәм пациенттар өсөн дә бөтә шарттар булдырылған. Стоматолог һәм шәфҡәт туташы кабинеттары йыһазландырылған. Юғары сифатлы ҡорамалдар урында бөтә стоматология ярҙамы төрҙәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә.
http://www.bashinform.ru/news/1116285-v-bashkirii-mobilnyy-stomatologicheskiy-kompleks-besplatno-prinyal-bolee-100-patsientov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика