04:45 (UTC+5), 13 Февраль 2018

Республика халҡы Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәттә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә ала

Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Мәскәү өлкәһендәге авиафажиғәлә һәләк булғандарҙың туғандары өсөн аҡса йыйыу ойошторған.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, күһәтелгән реквизиттар буйынса махсус иҫәпкә аҡсалата ярҙам күсереп була.
«Получатель: Башкортостанское региональное отделение Общероссийской общественной организации «Всероссийское Добровольное Пожарное Общество»,
ОГРН 1070200003994,
ИНН: 0276112135,
КПП: 027601001,
Расчетный счет: 40703810264130000118,
Публичное акционерное общество «Уральский банк реконструкции и развития», филиал «Уфимский» ПАО КБ «УБРиР» г. Уфа,
БИК: 048073795,
к/сч 30101810780730000795,
Түләүҙә тәғәйенләүҙе яҙырға кәрәк: «Добровольные пожертвования семьям погибших в авиакатастрофе».
Фажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ҡыҫҡа 3434 һандарына «ОРСК» һүҙе менән sms-хәбәр ебәреп, ярҙам итеп була, тип өҫтәнеләр Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында. Хәбәр хаҡы – 50 һум. Башҡа сумма күсереү өсөн ОРСК һүҙенән һуң урын ҡалдырып, теләгән сумманы яҙырға кәрәк. Сумманы оператор ҡабул итһен өсөн, түләүегеҙҙе раҫлау шарт.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, йәкшәмбе, 11 февралдә, «Һарытау авиалиниялары»ның Ан-148 самолеты Домодедово аэропортынан күтәрелгәс, бер нисә минуттан Мәскәү өлкәһенең Раменское районында ҡолай. Лайнер Мәскәүҙән Орскиға осҡан булған. Самолетта 65 пассажир һәм алты экипаж ағзаһы булған. Береһе лә иҫән ҡалмаған.
http://www.bashinform.ru/news/1115687-zhiteli-bashkirii-mogut-sdelat-dobrovolnye-pozhertvovaniya-semyam-pogibshikh-v-aviakatastrofe-v-podm/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика