09:40 (UTC+5), 12 Февраля 2018

Республика студенттары Мәскәү дәүләт университеты Юғары эшҡыуарлыҡ мәктәбенең халыҡ-ара универсиадаһында еңеү яуланы

Башҡорт дәүләт университетының матбуғат үҙәге
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары Мәскәү дәүләт университеты Юғары эшҡыуарлыҡ мәктәбенең IV халыҡ-ара универсиадаһында еңеү яуланы. Башҡорт дәүләт университеты вәкилдәре Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, шулай уҡ Нидерланд, Хорватия, Болгария, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙән килгән ҡатнашыусылар менән бергә беренсе урындар өсөн көрәште.
Студенттар ике көн буйына инглиз теле һәм менеджмент буйынса яҙма эштәрҙе башҡарҙы, кейстар өҫтөндә эшләне, команда менән Microsoft вәкилдәренән интеллектуаль уйындарҙа көс һынашты.
Студенттар Вадим Дрыгин һәм Алина Ханнанова команда турнирында 1 урын өсөн дипломдар менән бүләкләнде. FM Logistic компанияһы вәкиле «Иң яҡшы сығыш» номинацияһында еңеү яулаған өсөн Вадимды бүләкләне, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән.
Иҡтисад факультеты студенттары менеджмент, халыҡ-ара бизнес һәм эшҡыуарлыҡ буйынса универсиадала Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының «Иҡтисад факультеты студенттарын Мәскәү дәүләт университеты универсиадаларында ҡатнашыуға әҙерләү» гранты буйынса ғилми-тикшеренеү эше барышында ҡатнашты. Фәнни етәксе — иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы доценты Наталья Анохина.
http://www.bashinform.ru/news/1115506-studenty-bashkirii-stali-pobeditelyami-mezhdunarodnoy-universiady-vysshey-shkoly-biznesa-mgu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика