13:50 (UTC+5), 12 Февраля 2018

Рөстәм Хәмитов: «Тотош республикала ошондай фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөргә ниәтләйбеҙ»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Алдағы йылдарҙа Башҡортостанда бер нисә йөҙ яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөргә тейеш. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрө районына эш сәфәре барышында шулай тип белдерҙе.
Питяк ауылында республика етәксеһе ауыл ерендә медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу буйынса программа сиктәрендә төҙөлгән шундай фельдшер-акушерлыҡ пункттарының береһен ҡараны.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты яҡын-тирәләге дүрт ауылды – 600 самаһы кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Майҙаны 64 квадрат метрлыҡ бер ҡатлы бинала фельдшер һәм процедура кабинеттары, көтөп ултырыу, хеҙмәткәрҙәр бүлмәһе урынлашҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәренең эше өсөн кәрәкле бөтә ҡорамалдар бар.
«Ауыл табибы» программаһы буйынса районға килгән участка терапевы Елена Петрова һөйләүенсә, бында ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республика һәм район дауаханалары менән бәйләнешкә сығырға мөмкин.
Республика етәксеһе төп биналарҙы ҡарап сыҡты, эш һәм пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең уңайлылығын баһаланы. Район башлығы Александр Груздев һүҙҙәренсә, өс йыл эсендә муниципалитетта ошондай 10 пункт асыу күҙаллана.
– Шарттар һәйбәт, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Республикала шундай бер нисә йөҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөргә ниәтләйбеҙ. Был иҫке биналар мәсьәләһен хәл итергә тейеш.
Ауыл халҡы фекеренсә, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты элеккеһенән уңайлыраҡ, хеҙмәтләндереү шарттары күпкә яҡшыраҡ.
Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров бында республикала яңыраҡ барлыҡҡа килгән күсмә стоматология комплексы йүнәлтеләсәге хаҡында хәбәр итте.
Рөстәм Хәмитов халыҡ менән аралашҡанда тораҡ пунктты төҙөкләндереү менән ҡыҙыҡһынды. Уларҙың әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ауыл үҫешә – юлдарға асфальт түшәлгән, газ үткәрелгән, юғары тиҙлектәге интернет бар. Һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә ҡала. Һыу үткәргес төҙөү буйынса проект документацияһы әҙерләнгән, хәҙер аҡса кәрәк.
– Һыу үткәргес төҙөрбөҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шунда уҡ түгел, ләкин эшләрбеҙ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика