05:20 (UTC+5), 12 Февраля 2018

Рөстәм Хәмитов Ан-148 самолеты авиафажиғәһе менән бәйле Ырымбур өлкәһе губернаторына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг менән телефон аша һөйләшкәндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Домодедово – Орск» рейсын башҡарған Ан-148 самолеты авиафажиғәһендә һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. Был турала республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Башҡортостан Хөкүмәте сиктәш төбәккә кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер, тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә «Һарытау авиалиниялары»ның Ан-148 самолеты Домодедово аэропортынан күтәрелгәс, бер нисә минуттан Мәскәү өлкәһенең Раменское районында ҡолай. Лайнер Мәскәүҙән Орскиға осҡан булған. Самолетта булғандарҙың береһе лә иҫән ҡалмаған. Тәғәйенләнеш пункты Башҡортостан менән йәнәш булғанға күрә бортта республика кешеләренең барлығы асыҡлана.
http://www.bashinform.ru/news/1115480-rustem-khamitov-vyrazil-soboleznovaniya-gubernatoru-orenburgskoy-oblasti-v-svyazi-s-aviakatastrofoy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика