07:14 (UTC+5), 09 Февраль 2018

Республикала «Иң яҡшы атай» исеменә дәғүә итеүселәрҙе эҙләйҙәр

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда йәшәүселәр «Иң яҡшы атай» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша ала, ғаризалар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
«Иң яҡшы атай» премияһы яуаплы атайҙарҙы һәм уларҙың социаль эшмәкәрлеген асыҡларға, балаларҙы тәрбиәләүгә һәм ғаилә тормошоноң социаль инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән иң яҡшы социаль тәжрибәләрҙе һәм башланғыстарҙы табырға ярҙам итә.
Премияға балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү, ныҡлы ғаилә ҡороу өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән атайҙар дәғүә итә ала. Улар йәмәғәт әүҙемселәре, атайлыҡты яҡлау өлкәһендә проекттарҙы ғәмәлгә ашырған ойошмалар булыуы мөмкин.
Конкурста түбәндәге номинациялар ҡаралған: «Ғаиләлә иң яҡшы атай», «Иң яҡшы атай — йәмәғәт әүҙемсеһе», «Атайлыҡ өлкәһендә проектты ғәмәлгә ашырған иң яҡшы ойошма». «Шәп атай» махсус номинацияһында еңеүселәрҙе лә бүләктәр көтә. Унда атайҙарҙың балалары ғорурланырлыҡ эш-ҡылыҡтары хаҡында социаль селтәргә ҡуйылған мәҡәләләр баһалана.
Ҡатнашыу өсөн проекттың сайтында ғариза тултырырға кәрәк. Бүләкләү тантанаһы 24 февралдә Мәскәүҙә үтә.
http://www.bashinform.ru/news/1114641-v-bashkirii-ishchut-pretendentov-na-zvanie-papa-goda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика