07:35 (UTC+5), 09 Февраль 2018

Өфөлә «Йәш профессионалдар» республика чемпионаты башлана

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Йәш профессионалдар» lll республика чемпионаты башлана. Ул 9-10 февралдә үтә.
Бер үк ваҡытта Мәғариф, шулай уҡ Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Профнавигатор-2018» ҙур һөнәри йүнәлеш биреүсе акция ойоштора. Өфө, Бәләбәй, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларында 13 һөнәри белем биреү ойошмалары майҙансығында һөнәри йүнәлеш биреүсе экскурсиялар уҙғарыла. Өфөлә ВДНХ-Экспо күргәҙмә комплексы төп майҙансыҡ була.
Ярыштар төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженерия технологиялары, хеҙмәттәр өлкәһе, транспорт һәм логистика һөнәрҙәре буйынса 37 компетенцияла уҙа.
Бөтә майҙансыҡтарҙа ла һөнәри йүнәлеш биреүселәр – халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре белгестәре эшләйәсәк. Улар уҡыусыларға психологик тест һәм консультация үткәрәсәк. Мәктәп уҡыусылары һөнәрҙәр донъяһы төҙөлөшөн өйрәнәсәк, заманса хеҙмәт баҙары трендтары, шәхси сифаттар һәм һәләттәр булдырыу кәрәклеге хаҡында беләсәк.
Ойоштороусылар фекеренсә, уҡыусыларҙы төрлө мәшғүллек өлкәләре менән таныштырыу киләсәктә һөнәр һайлауға төптән уйлап килергә ярҙам итәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1114723-v-ufe-startuet-respublikanskiy-chempionat-molodye-professionaly/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика