11:34 (UTC+5), 09 Февраля 2018

Өфөлә III «WorldSkills Russia» төбәк чемпионатында ҡатнашыусылар һөнәри оҫталыҡ буйынса ярыша

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 8-12 февралдә Башҡортостанда 450-нән ашыу конкурсант III «Йәш профессионалдар» төбәк чемпионатында һөнәри оҫталыҡ буйынса ярыша. Ярыштар Өфө, Бәләбәй, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Сибай һөнәри белем биреү ойошмалары майҙансыҡтарында ойошторолған. 37 профессиональ компетенцияның 17-һе — баш ҡалалағы ВДНХ-Экспо майҙансығында. Ҡатнашыусылар төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр өлкәһе, транспорт һәм логистика буйынса оҫталығын күрһәтә.
Республика мәғариф системаһының ресурстар үҙәге директоры Инесса Косолапова һүҙҙәренсә, бында донъя берләшмәһендә ихтыяж ҙур булған һөнәрҙәр тәҡдим ителгән. Робототехника компетенцияһы бөгөн бик популяр, төбәктә төҙөлөш үҫешә, кирбес һалыу, ҡоро төҙөлөш, төҙөлөш технологиялары кеүек компетенциялар мөһим. Быйыл чемпионатта тәүге тапҡыр туризм, отелгә етәкселек итеү, плитә менән йөҙләү, табаҡлы металды эшкәртеү компетенциялары ҡуйылған. Киләһе йылда умартасылыҡты үҫтереү күҙаллана.
«Тәү сиратта конкурсанттар үҙҙәренең компетенцияһын һәм бөтә ерҙә лә ҡабул ителгән сифат стандарттарына тап килеүен күрһәтә — донъя стандарттарына ярашлы, WorldSkills донъя чемпионатындағы эштәр буйынса заманса ҡорамалдарҙа эшләйҙәр», — тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.
«Беҙ заман менән бергә атлайбыҙ, үҫешәбеҙ, матди-техник базаны, етештереү технологияларын яңыртабыҙ. Донъя стандарттары ла бер урында тормай, үҫешә, яңы ҡорамалдар сығарыла, шуға күрә был — даими үҫеш процесы», — тине Инесса Косолапова.
Быйыл тәүгә чемпионат асыҡ. Өфөгә Әстрхан, Екатеринбург, Татарстан Республикаһы, Ярославль һәм Мәскәү өлкәләренән студенттар килгән. Мәҫәлән, Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы ойошторған флористика буйынса майҙансыҡтың эшендә, республика уҡыу йорттарынан тыш, Ҡазан һәм Мәскәү студенттары, эшҡыуарлыҡ майҙансығында пилот варианты сифатында өс йәштәр командаһы — йәш профессионалдар ҡатнаша. Уҡыу йорто директоры Галина Сайранова һүҙҙәренсә, чемпионатта ҡатнашыу студенттарҙың портфолиоһын үҫтереүгә, хеҙмәт баҙарында ихтыяждың артыуына булышлыҡ итә.
Республика чемпионатында еңеүселәрҙең исемдәре 12 февралдә иғлан ителә. 37 еңеүсе Рәсәй субъекттарында ойошторолған һайлап алыу турҙарына бара. WorldSkills Russia финалы август айында Көньяҡ Сахалинда уҙа. Былтыр берҙән-бер Башҡортостан вәкиле булған Сибай күп профилле һөнәрселек колледжы студенты Рафаэль Яхин Абу-Дабиҙа үткән 44-се WorldSkills-2017 донъя чемпионатында таш юныу буйынса бронза миҙал яуланы. 2019 йылда Ҡазандағы халыҡ-ара чемпионатта Башҡортостандан ҡатнашыусылар күп булыр, тип ышана ойоштороусылар.
http://www.bashinform.ru/news/1114994-v-ufe-v-professionalnykh-navykakh-sorevnuyutsya-uchastniki-iii-regionalnogo-chempionata-worldskills-/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика