06:13 (UTC+5), 09 Февраля 2018

Башҡортостанда тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеү тамамлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 9 февралдә Башҡортостанда тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса республика халҡынан тәҡдимдәр ҡабул итеү тамамлана. Был хаҡта республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаризалар «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә ҡабул ителә. Ғаризаларҙы республика ҡала һәм райондары сайттарындағы «Ҡала мөхите» бүлегендә бирелгән адрестар буйынса ҡалдырырға мөмкин.
Йыйылған ғаризаларҙы иҫәпләгәс, рейтинг тауыш биреү өсөн исемлек төҙөлә. Ул 18 мартта уҙа, 20 меңдән ашыу кешелек тораҡ пункттарҙа йәшәгәндәргә сират билдәләргә кәрәк, сөнки әлеге биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙе ошо сират буйынса финанслау ҡаралған.
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөтәһе 202 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү буйынса рейтинг тауыш биреүгә индереү тураһында тәҡдимдәр килгән. Өфөлә 10 объектты тауыш биреүгә ҡуйыуҙары хаҡында билдәле: «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы, «Тулҡын» скверы, Максим Рыльский исемендәге урам, Өфө йылғаһы буйы, «Нефтехимик» мәҙәниәт һәм ял паркы, Непейцев дендропаркы, Яҡутов исемендәге парк, «Беренсе май» паркы, «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркы, «Ташлы йылға» скверы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика