09:30 (UTC+5), 09 Февраля 2018

Башҡортостан «Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт башлап ебәргән «Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре балалары урынына металл эҙләү ҡорамалынан алып дәүләт имтиханына һөҙөмтә алғанға тиклем бөтә БДИ процедураһын үтә ала. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә лә имтихан тапшырыу мөмкинлеге бирелә.
БДИ-ла ҡатнашыусыларға паспорт, ҡара төҫтә генә яҙған ручка; журналистарға – редакция таныҡлығы алырға кәрәк.
Сарала БДИ-ла нисек теркәү уҙғанын һәм аудиторияла ултыртыу ойошторолғанын; БДИ-ла ҡатнашыусыларҙың эш урындарын; имтихан уҙғарыу пунктында контроль-иҫәпләү материалдары баҫылып сыҡҡанын һәм сканер аша үткәрелгәнен, 2018 йылда рус теле буйынса контроль-иҫәпләү материалы нимәнән торғанын күрергә мөмкин.
20 февралдә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов, Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксенов Симферополдәге мәктәптәрҙең береһендә ата-әсәләр менән бергә акцияға старт бирәләр.
Башҡортостанда акцияны уҙғарыу урындары хаҡында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1114736-bashkiriya-podderzhit-vserossiyskuyu-aktsiyu-edinyy-den-sdachi-ege-roditelyami/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика