Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2018, 13:49
Яҙ көнө Новосибирскиҙан Өфөгә тағы бер рейс асыла
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Быйыл яҙ Новосибирскиҙан Өфөгә өҫтәмә рейстар асыла. Уларҙы S7 авиакомпанияһы башҡара. Был хаҡта авиакомпанияның рәсми сайтында хәбәр ителә.
Самолеттар Өфөгә шишәмбе һәм шәмбе, кире йүнәлештә иһә шаршамбы һәм йәкшәмбе көндәрендә оса. Себер һәм Башҡортостан араһында авиабәйләнеш 28 апрелдән башлана. Осоштарға Embraer 170 һауа судноһын йәлеп итеү күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Өфөнән Новосибирскиға һәм кире йүнәлештәге рейстарҙы «Ямал», «Ангара» һәм Azur Air авиакомпаниялары башҡара.
http://www.bashinform.ru/news/1114165-iz-novosibirska-v-ufu-vesnoy-otkroyut-eshche-odin-reys/
Теги:
новосибирск
өфө
рейс
Читайте нас: